Йәмғиәт
28 Октября 2022, 06:50

Яңы йылды байрам итеү буйынса һорау ҙа булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа "Тура бәйләнеш"тә Яңы йыл корпоративтарына ҡағылышлы һорау ҙа бирелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа "Тура бәйләнеш"тә Яңы йыл корпоративтарына ҡағылышлы һорау ҙа бирелде.

 Яңы йылды бер кем дә ғәмәлдән сығарманы. Башҡортостанда балалар байрам итһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм доброволецтарҙың балаларына айырым иғтибар бирәсәкбеҙ.
Хакимиәт башлыҡтарына яңы йыл иллюминацияларын яңыртыуҙан тыйылып тороу тураһында тағы бер тапҡыр әйтәм, булғандарын тотонорға кәрәк. Муниципалитеттар етәкселәренән заманса талаптарға тура килгән боҙ ҡаласыҡтарын яһауға бюджеттан аҡса бүлеүҙәрен һорайым.
Корпоративтар  үткәреү  тыйылмай, әммә ҡиммәт хаҡҡа  артистар саҡырмайына, үҙ көсөгөҙ менән байрам итеү рөхсәт бирелә, - тине республика етәксеһе.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас