Ағымдағы йылда уны финанслау күләме 61 процентҡа артҡан һәм 1,5 миллиард һумдан ашып киткән. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала торлаҡ алыуға исемлектә 7857 етем бала тора. 2021 йылда 762 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән, 2022 йылда тағы 943 етем баланың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү күҙаллана. Ведомство бөтә республика биләмәһендә етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуҙы күҙ уңында тотҡан ҡарар проектын әҙерләгән һәм хакимиәттәр өсөн торлаҡ һатып алыуға ҡыҫҡартылған сроктар билдәләгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡаралған ҡарар проектын хупларға тәҡдим иткән һәм 15 декабргә тиклем Төҙөлөш министрлығына 23 йәше тулғандарҙы торлаҡ һатып алыуға сертификаттар биреү тәртибен әҙерләргә ҡушҡан.
Әйткәндәй, Башҡортостан етем балалар өсөн торлаҡ алыуға бүленгән аҡса күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Бынан тыш, ҡануни кимәлдә етем балаларҙы торлаҡ һатып алыуға сертификаттар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителгән. Һөҙөмтәлә улар республиканың теләгән ҡалаһында йәки районында торлаҡ һайлай ала һәм закон буйынса тейешле майҙанлы фатирҙан ҙурырағын һатып алауҙары мөмкин.