

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән күп балалы атайҙарҙы өлөшләтә мобилизациянан азат итергә ҡарар ҡабул ителде. Быға тиклем дүрт һәм унан күберәк балалы атайҙар хәрби хеҙмәттән азат ителһә, хәҙер бындай хоҡуҡ 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған атайҙарға ла бирелә.
Ошо ҡарарға ярашлы һәм сәләмәтлек торошо буйынса хәрби уҡытыу урындарынан ҡайтарылған һалдаттар урынына өҫтәмә рәүештә егеттәрҙе ебәреү бурысы ҡуйылды. Һәм ошо сәбәпле шаршамбы көндө әбйәлилдән 14 ир-уҙаман хәрби әҙерлек үтеү урынына юл алды.
Әбйәлилдәр Һарытау ҡалаһындағы хәрби әҙерлек урынына район хәрби комиссариат вәкилдәре менән бергә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, район эске эштәр бүлегенең юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте дәүләт инспекцияһы патруле оҙатып барҙы. Һалдаттарыбыҙға Октябрьск ҡалаһында йылы аш ойошторолдо.
Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, яҡташтар!