Йәмғиәт
2 Ноября 2022, 06:10

Хәрби күнекмәләр үтеү урындарында Башҡортостандан 80 пар никах теркәткән

Мобилизациаланған ир-егеттәргә һәм уларҙың һайлаған йәрҙәренә никахтарын теркәүҙә республика Хөкүмәте Татарстан, Пенза, Свердлов һәм Һарытау өлкәләре ЗАГС-тары менән берлектә булышлыҡ итә.

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре кейәү һәм кәләштәрҙең документтарын тикшергәндән һуң, ҡатын-ҡыҙҙар хәрби күнекмәләр үтеү урынына килә. Сәфәрҙе ойоштороуҙа муниципалитеттар ярҙам күрһәтә. ЗАГС бүлектәре улар ғариза биргән көндә үк законлы никахты теркәй. Мобилизацияланған граждандарға бирелгән хоҡуҡ менән файҙаланып,  Әбйәлил йәштәре Сәлиә Дәүләтбаева һәм Наил Шәмсетдинов та мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙе.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас