Сарала Башҡортостандың халыҡ-ара танылыу яулаған һәм ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алған «Янғантау» геопаркы әүҙем ҡатнашҡан. Форумда урындағы халыҡтың тотороҡло туризмы, мәғарифы, фәне һәм экологик үҫеше өсөн геологик мираҫ ҡеүәте, шулай уҡ 3GEO йүнәлешендә партнерҙарҙың берлектәге эшен ойоштороу тикшерелгән.
Форум йомғаҡтары буйынса бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған. Шулар араһында, Тянь-Шань геологик йәмғиәте һәм Ҡырғыҙ Республикаһының Милли комиссияһы менән Ҡырғыҙстан белгестәрен Башҡортостанға стажировкаға ебәреү тураһында килешеүҙә бар.