Йәмғиәт
10 Ноября 2022, 04:50

Әсәлек капиталы программаһы оҙайтыла һәм күләме арта

2023 йылда беренсе балаға әсәлек капиталы күләме 590 мең һум буласаҡ

Добавить в предпочтительные источники Google

Киләһе йылда илдә әсәлек капиталы күләме беренсе балаға – 590 мең һумға, икенсеһенә иһә 790 мең һумға тиклем арта. Был хаҡта балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә арналған кәңәшмәлә Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе.

Бынан тыш, президент балалы ғаиләләргә әһәмиәтлерәк  ярҙам күрһәтеү кәрәклеген дә әйтте. Шуға бәйле әсәлек капиталы программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтыла.

Президент һүҙҙәренсә, 1 февралдән инфляция кимәле буйынса инвалидтарға һәм ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр индексациялана.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас