Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь , 16:05

Егеттәр хәрби хеҙмәт урындарына йүнәлде

Республикала көҙгө саҡырылышта 4 меңдән ашыу әрмегә оҙатыласаҡ.

Егеттәр хәрби хеҙмәт урындарына йүнәлде
Егеттәр хәрби хеҙмәт урындарына йүнәлде

10 ноябрҙә Башҡортостандың республика йыйылма пунктынан 80 егет Мәскәү өлкәһенә, Рязань ҡалаһына китте. Улар һауа-десант һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә, шулай уҡ милли гвардияла хәрби хеҙмәт үтәсәк.

Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич әрмегә алыныусыларға намыҫлы хеҙмәт итегеҙ һәм өйгә һау-сәләмәт ҡайтығыҙ тип теләне.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле түгел. Элекке кеүек үк саҡырыу Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта һәм планға ярашлы алып барыла. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәр һөнәрҙәренә ҡарамаҫтан Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә  хеҙмәт итергә тейеш. Призывниктарҙың төп өлөшө күнекмәләр үтеү өсөн 4-5 айға уҡыу үҙәктәренә йүнәлтеләсәк.

Егеттәр медицина комиссияһын үткән, коронавирус инфекцияһына тест тапшырған. Уларға медицина битлектәре, банк карталары, шулай уҡ ғәскәрҙәр төрөнә ярашлы форма биргәндәр. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан бөтәһе 4 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в