Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь , 10:40

Етем балаларға пособиелар арттырыла

Башҡортостанда етем балаларға пособиелар 10% индексациялана. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Етем балаларға пособиелар арттырыла
Етем балаларға пособиелар арттырыла

Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Депутаттар ошо айҙа уҡ 2005 йылдың 28 декабрендәге «Опекундарға (попечителдәргә) бала ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына.

«Закон проекты 2023 йылдың 1 ғинуарынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн  айлыҡ пособиелар күләмен 10% арттырырға тәҡдим итә, — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Быйыл пособиелар арттырылманы, бынан алдараҡ индексация 4 процент кимәлендә башҡарылды».

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, пособие өс йәшкә тиклемге сабыйға — 7 143 һумдан 7 857 һумғаса, өс йәше тулғандарға иһә 6 868 һумдан 7 555 һумғаса арттырыла. Үҫеш яғынан артта ҡалған балаларға пособиелар ҙа 10% индексациялана.

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в