Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь , 12:20

“Онотолған кәсепте тергеҙеү” проекты ойошторола

Проект киләһе йыл февралдә “Онотолған кәсепте тергеҙеү” район кейеҙ фестивале менән тамамлана. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Онотолған кәсепте тергеҙеү” проекты ойошторола
“Онотолған кәсепте тергеҙеү” проекты ойошторола

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иглин районында кейеҙ баҫыу кәсебен үҙләштерәләр. Уның буйынса оҫталыҡ дәрестәре грант отҡан “Онотолған кәсепте тергеҙеү” проектына ярашлы ойошторола.

Мәғлүм булыуынса, быйыл июндә “Тиң мөмкинлектәр” мәҙәниәтте үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы Рәсәй Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранттарының икенсе конкурсында еңеп сыҡҡайны. Әле оҫталыҡ дәрестәренә райондан 40 кеше йөрөй.

Биш аҙна дауам иткән уҡыу осоронда проектта ҡатнашыусылар кейеҙ баҫыу тарихы, ошо кәсептең үҫеше, кейеҙ баҫыу сәнғәтенә өйрәтеү этаптары һәм башҡалар тураһында хәбәрҙар булды. Практик дәрестәрҙә йәш оҫталар классик кейеҙ келәмдәр, панно, сувенир быйма баҫты.

Проект киләһе йыл февралдә “Онотолған кәсепте тергеҙеү” район кейеҙ фестивале менән тамамлана. Унда Башҡортостандан төп 20 оҫтаны саҡырыу күҙаллана. Фестивалдә кейеҙ сәнғәте әйберҙәре менән таныштырасаҡтар.

Республикала уҙғарылған бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: contenta.info/press_releases/344734

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/344734

Автор:
Читайте нас в