Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 11:59

«Асыҡ мөхит» Бөтә Рәсәй акцияһы

2 декабрҙә, Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан башланасаҡ «Уңайлы мөхит» Бөтә Рәсәй Тоталь тест акцияһы һәр кемдең инклюзия өлкәһендәге белемен тикшереүгә йүнәлтелгән.

«Асыҡ мөхит» Бөтә Рәсәй акцияһы
«Асыҡ мөхит» Бөтә Рәсәй акцияһы

      Был  сара көн һайын 2 декабрҙән 10-ына тиклем сәғәт 12-лә үткәреләсәк, ул инвалидтарҙың хоҡуҡтарына һәм ихтыяждарына иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Инвалидтар декадаһы дауамында Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә инклюзив аралашыу һәм уңайлы мөхитте ойоштороу мәсьәләләре буйынса белемде тикшереү, шулай уҡ инвалид кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар һәм акциялар ойоштороласаҡ.

«Уңайлы мөхит» Бөтә Рәсәй Тоталь тест акцияһы инклюзия, реабилитация, уңайлы мөхит һәм инвалидтарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү темаһына Рәсәй халҡының иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Тест буйынса һынау, ғәҙәттәгесә, онлайн форматта уҙғарыла. Ул бер нисә тематик блок буйынса мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала: уңайлы мөхит булдырыу, инвалид кешеләр менән аралашыу этикаһы, ситуация ярҙамын күрһәтеү ҡағиҙәләре һ.б.

       2021 йылда уҙғарылған сара Рәсәйҙә инвалидтар декадаһында иң ҙур онлайн-ваҡиға булды, тест үткәреүҙә 10 мең ҡала һәм тораҡ пункттан 300 мең самаһы кеше ҡатнашҡан.

      Сара йомғаҡтары буйынса һорауҙар асыҡ тикшерелә, шулай уҡ инклюзия өлкәһе белгестәре ҡатнашлығында тренинг ойошторола.

Автор:
Читайте нас в