Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 11:24

Дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы БР Хөкүмәте бойороғо проектын әҙерләгән.

Дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә
Дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә

Проектҡа ярашлы хәрби хеҙмәт үткән осорҙа йәки Рәсәй Федерацияһының ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ теләгең менән булышлыҡ иткән осорҙа ҡуртым түләүҙе кисектереү ҡарала.

- Яңылыҡтың маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкен ҡуртымға алыусыларҙың мөлкәтенә ярҙам итеү, - тип аңлатма бирҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. Бындай дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәренә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе, йә иһә Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ ирке менән булышлыҡ итеү тураһында килешеү төҙөгән граждандарға биреләсәк.

Автор:
Читайте нас в