Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь , 08:05

Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ арзаныраҡ хаҡҡа

Республика депутаттары законға үҙгәрештәр ҡабул итергә йыйына.

Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ арзаныраҡ хаҡҡа
Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға торлаҡ арзаныраҡ хаҡҡа
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр торлаҡты арзан хаҡҡа һатып алырға мөмкин

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 17 ноябрҙә пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 20.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итергә йыйына.

«Закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы махсус коммерцияға ҡарамаған ойошма аша баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ алыу хоҡуғы бирелгән граждандар категорияһына индерергә тәҡдим итә, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн торлаҡ төҙөлөшө менән Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды шөғөлләнә».

Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон, Запорожье өлкәләре, Украина биләмәләрендә уҙғарылған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, шул иҫәптән өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға йәки уларҙың ғаилә ағзаларына (тормош иптәше йәки ата-әсәһе) ошондай хоҡуҡ бирелә.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер Торлаҡ төҙөлөшө фонды республиканың 15 ҡалаһы һәм районында йорттар һала. Бөгөнгө көндә 39 объект төҙөлә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в