Йәмғиәт
16 Ноября 2022, 05:04

Мобилизацияға саҡырылғандарға һалым түләү буйынса ярҙам саралары

Башҡортостандың мобилизацияға йәлеп ителгән граждандары мөлкәткә һалым түләү буйынса ярҙам сараларынан файҙалана ала.

  • Мобилизацияға саҡырылғандарға 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләү ваҡыты оҙайтылды.

      2022 йылда мобилизацияланған кешегә ебәрелгән һалым тураһындағы белдереү ҡағыҙы буйынса 2022 йылдың 1 декабренә тиклем түләү мотлаҡ түгел.

      Мөлкәткә һалым буйынса пеня иҫәпләнмәйәсәк.

    Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнештә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының 2-се камера контроле бүлеге етәксеһе Оксана Хәйруллина ошо хаҡта аңлата.

    Эфирҙы ҡарағыҙ:https://vk.cc/ciFaa8

    Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте сайтында мобилизацияланғандарға һалым буйынса бөтә ярҙам саралары тураһында белергә мөмкин:https://vk.cc/ci2px3

    Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы инспекциялары менән бәйләнештәр: https://vk.cc/ciFb9T

    Һорауҙар менән махсус сервис ярҙамында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә https://vk.cc/ciFaWC йәки бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: +78002222222

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 226-38-00

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас