Электрон дәүләт хеҙмәттәре - уңайлы һәм тиҙ!
Бының өсөн gosuslugi.ru электрон порталы аша ЮХХДИ линияһы буйынса түбәндәге дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн ғариза ебәрә алаһығыҙ:
- транспорт сараларын һәм уларҙың тағылмаларын теркәү;
-транспорт менән идара итеүгә таныҡлыҡ алыу өсөн квалификациялы имтихан биреү һәм водитель таныҡлығы алыу;
- штраф тураһында һәм уны түләү алымдары тураһында мәғлүмәт алыу;
Электрон ғариза биреүҙең өҫтөнлөктәре шунда: үҙегеҙ теләгән ваҡытта һәм тиҙ буласаҡ, шулай уҡ дәүләт пошлинаһын 30 процентҡа кәмерәк түләйәсәкһегеҙ.
ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан төркөмө.