Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 09:45

Элемтә сифаты яҡшырҙы

  Сибай менән Аҡъярҙы тоташтырған 100 километрлыҡ участкаһында юғары тиҙлекле мобиль селтәр барлыҡҡа килде. Был “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына ярашлы башҡарылған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Элемтә сифаты яҡшырҙы
Элемтә сифаты яҡшырҙы

Сибай менән Аҡъярҙы тоташтырған 100 километрлыҡ участкаһында юғары тиҙлекле мобиль селтәр барлыҡҡа килде. Был “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына ярашлы башҡарылған.

Республикалағы дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте “Сибай – Аҡъяр” автомобиль юлында мобиль элемтә станциялары төҙөүҙе финансларға ҡарар иткән һәм. техник йөкләмәгә ярашлы, подрядсы сигнал ҡабул итә һәм тарата торған аппаратуралы дүрт системалы комплекс ҡуйған. Сибайҙан Аҡъярға тиклемге юл участкаһы хәҙер 2, 4G стандартындағы сымһыҙ элемтә сигналы менән 95 процентҡа тәьмин ителгән. Яңы станциялар Баймаҡ районының Күлтабан һәм Кәрешкә ауылдарында элемтә сифатын ярайһы уҡ яҡшыртырға мөмкинлек биргән. Бынан тыш, Хәйбулла районының Яңы Украинка һәм Комсомол, Белорет районының Сосновка ауылдарында тәүге тапҡыр мобиль элемтә барлыҡҡа килгән.

ФОТО: bash.bashinform.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в