Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 10:05

Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында транспорт һалымына ҡағылышлы закон проекты ҡабул ителде

Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?
Кемдәр транспорт һалымынан азат ителә?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында транспорт һалымына ҡағылышлы закон проекты ҡабул ителде. Закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы йәки уларҙың ғаиләләрен 2022 йыл өсөн транспорт һалымынан азат итеүҙе күҙаллай.

Һәр транспорт төрөнә (мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобиле, башҡа үҙйөрөшлө траспорт, гусеницалы, пневматик машиналар һәм механизмдар) бер льгота буласаҡ. Двигатель ҡеүәте, транспорттың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ.

Был закон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе буйынса никах рәсми рәүештә теркәлгән осраҡта – ҡатынына, өйләнмәгән хәлдә, ата-әсәһенә ҡағыла.

Әйткәндәй, һалым түләү ваҡыты 1 декабргә тиклем дауам итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в