Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь , 17:00

Ҡайһы осраҡта газ бушлай үткәрелә?

Кемдәргә газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла?

Ҡайһы осраҡта газ бушлай үткәрелә?
Ҡайһы осраҡта газ бушлай үткәрелә?

Башҡортостан Республикаһында газ үткәреүҙе тамамлау буйынса льготалы программа ҙур һорау менән файҙаланыла. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ йорт участкаһына газды зәңгәр яғыулыҡ булған биләмәлә өйгә милек хоҡуғын теркәгән осраҡта ғына үткәрергә мөмкин.

- Программа башланғандан алып, 45 меңдән ашыу ғариза тапшырылды, 25 мең кеше үҙ участкаһы сигенә газ үткәрҙе. Кадастр иҫәбендә торған йорттарға ғына бушлай зәңгәр яғыулыҡ индерелә, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Кемдер программанан файҙаланырға теләй, әммә ер участкаһына һәм йортҡа документтары юҡ икән, программала ҡатнашыу өсөн милек хоҡуғын теркәргә һәм шунан һуң ғына газ үткәреүгә ғариза бирергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, айырым категория граждандарҙың сертификат ярҙамында шәхси йортҡа газ үткәреү хоҡуғы бар. Улар – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, инвалид балалары булған ғаиләләр, уртаса табышы республикала йән башына йәшәү минимумы кимәленән кәм булған күп балалы ғаиләләр.

Автор:
Читайте нас в