Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 17:32

Өфөлә Бөтә Рәсәй Ғаилә советы үтә

Бөтә Рәсәй Ғаилә советы Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә 14 декабрҙән 17-нә тиклем үтәсәк.

Өфөлә Бөтә Рәсәй Ғаилә советы үтә
Өфөлә Бөтә Рәсәй Ғаилә советы үтә

«Дуҫ илдәрҙең баҙарында ғаилә бизнесы: тышҡы баҙарға нисек сығырға һәм уңышлы булырға» тип аталған пленар ултырыш Рәсәйҙең иң яҡшы ғаилә компанияларын йыясаҡ. Форумды ойоштороусы булып Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.

   Ғаилә советтарын үткәреү төбәктә ғаилә эшҡыуарлығының заманса эшлекле мәҙәниәтен булдырыуға, уртаҡ маҡсат - быуындан быуынға тапшырыла килгән тотороҡло ғаилә бизнесын төҙөү менән берләшкән фекерҙәштәр берлеген булдырыуға булышлыҡ итәсәк. «Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тикшеренеүҙәренә ярашлы, Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта бизнестың  74 проценты ғаилә компаниялары булып тора. Ғаилә бизнесы күптән инде һөнәрселек менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиелар булып үҫешкән. Күбеһенсә эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы компаниялары булараҡ билдәле.

      Башҡортостанда уңышлы ғаилә бизнесының сағыу өлгөләре бик күп. Был бөтә ғаилә ағзалары тырышлығы менән ауыр шарттарҙа алға барған компаниялар. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә бер нисә стратегик сессия һәм оҫталыҡ кластары, түңәрәк өҫтәлдәр һәм тренингылар үткәрәсәк. Шул иҫәптән «Иран менән нисек бизнес алып барырға», «Ярҙам инфраструктураһы мөмкинлектәре: тышҡы баҙарға нисек сығырға», «Сит илдә патентлау: нимә белергә кәрәк?», «Бизнесҡа финанс ярҙамы: ғәмәлдәге инструменттар һәм мөмкинлектәр», һанлы технологиялар.

      Алыҫтан тороп эшләүсе коммуникацияларҙы үҫтереү өсөн инфраструктура менән таныштырыу: «Метавсель - сәнәғәттең виртуаль кварталдары һәм күргәҙмә-эшлекле павильондар» буласаҡ.

Автор:
Читайте нас в