Йәмғиәт
25 Ноября 2022, 02:50

Герой-яҡташыбыҙҙың әсәһенә миҙал тапшырылды

Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө айҡанлы Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолған сарала республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан саҡырылған әсәйҙәр менән бер рәттән махсус операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың әсәләре – Айгөл Шакирова, Әлфинур Дәүләтҡолова, Нуриҙә Ниғмәтуллина ла ҡатнашты.   #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Герой-яҡташыбыҙҙың әсәһенә  миҙал  тапшырылдыГерой-яҡташыбыҙҙың әсәһенә  миҙал  тапшырылды
Герой-яҡташыбыҙҙың әсәһенә миҙал тапшырылды

Республика Башлығы Башҡортостанда элек-электән ҙур ғаиләнең яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителеүе, республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаиләнең йәшәүе хаҡында әйтте. Ошондай ғаиләләрҙә 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Ҡайһы берҙәрендә хатта 11, 12, 13 ҡыҙ һәм ул үҫә. Ошондай күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы “Демография” милли проекты сиктәрендә күрһәтелә.

 Әйткәндәй, Балтас районынан 13 бала тәрбиәләгән Альбина Хәйҙәршина һәм Дәүләкән районынан ун бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаева “Герой-әсә” орденына тәҡдим ителгән.

Башҡортостан Башлығы ҡаһарман ата-әсәләргә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды. Белеүебеҙсә, был наградаға республикаға дан килтергән, батырлыҡ күрһәткән йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә кеше ғүмерен ҡотҡарыу, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен, хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәки фән, ижад, спорт йәиһә башҡа әһәмиәтле эшмәкәрлектә үҙенсәлекле ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр, өс һәм унан күберәк инвалид балаларҙы уллыҡҡа алған ата-әсәләр лайыҡ була.

Ошондай миҙалды төбәк Башлығы ҡулынан Тамерландың әсәһе – Айгөл Шакирова ла алды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас