Йәмғиәт
25 Ноября 2022, 01:25

Шыршы” операцияһы башланды

“Шыршы-2022” традицион яңы йыл операцияһы башланды. Ул быйыл 21 ноябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Шыршы-2022” традицион яңы йыл операцияһы башланды. Ул быйыл 21 ноябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә.

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы коллегалары менән бергә тәүлек әйләнәһенә урмандарҙы патрулләүҙе ойоштора, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа шыршы ташыған урындарҙа, урмандан сыҡҡан ерҙә стационар постар аса. Бынан тыш, шыршы һатҡан урындарҙа ла рейдтар үткәрелә.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Яңы йыл шыршыларын законһыҙ киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Граждандарға – өс-дүрт мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, ойошмаларға 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына.  Штраф түләүҙән тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ла ҡапларға тейеш. Уның күләме биш мең һумдан күберәк икән, граждандың Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһында ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы, йәғни алты йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Был сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, ылыҫлы йәш ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүҙән һаҡлауға йүнәлтелгән .

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас