

Теләш клубы авария хәлендә булыуға ҡарамаҫтан, бөтә байрамдар ҙа билдәләнә. Әсәйҙәр көнөнә арналған сара Вәкил һәм Фатиха Ялмырҙиндар йортонда үтте.
Ҡунаҡтар ҡаршылауға ихлас әҙерләнгән Ялмырҙиндар: ауылдаштарына тәмле аштарын бешереп, хатта бүләктәрен дә алып ҡуйғандар улар.
Иң изге, матур байрам – Әсәләр көнө уңайынан әсәйҙәргә изге теләктәрен юллап, бүләктәрен тапшырып, әсәйҙәргә бағышланған йыр ҙа йырлап, байрамды асып ебәрҙе Фәтиха апай .
Абруйлы ветеран уҡытыусы, Башҡортостан, Рәсәй журналистар союзы ағзаһы, "Әсәләр даны" миҙалына лайыҡ б Зөһрә Бәшәрова ҡотлауын шиғри юлдар аша еткерҙе.
Клуб булмауға ҡарамаҫтан халыҡтың күңелен күтәреү өсөн төрөлө саралар ойоштороуҙы Ғәлиә Йәнйегетова башлап йөрөй. Әсәйҙәр көнө уңайынан да ул күстәнәстәрен, бүләктәрен алып килеп, Теләштең ихтирамға лайыҡ әсәләрен ҡыуандырҙы.
Байрам иң ғәзиз кешеләргә – әсәйҙәргә ҡотлау һүҙҙәре, изге теләктәр, шиғырҙар, йыр - моң менән оҙатылып барҙы.