Республикала эш биреүселәрҙе инвалид граждандарҙы эшкә ҡабул итеүгә дәртләндереү өсөн инвалидтарҙың стажировкаһына һәм ошо категорияға ҡараған граждандар өсөн эш урындарын йыһазландырыуға аҡса бүленә. Программа эшләп килгән биш йыл эсендә инвалидтарҙы стажировкалау буйынса сараларҙа 600 кеше ҡатнашҡан. Быйыл эш биреүселәргә инвалидтар өсөн 110 эш урынын йыһазландырыуға 9,5 миллион һум күләмендә субсидия бирелгән.
Был акцияның төп маҡсаты - көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлау һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, ошо категория граждандары өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре уҙғарған саралар (хеҙмәт баҙарында эшкә урынлашыуҙа һәм социаль яраҡлашыуҙа булышлыҡ итеү, һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеге тураһында) мәғлүмәт биреү, тип аңлата Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова.
Тап ошо арала инвалид граждандарҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итеү өсөн аҙна дауамында республиканың ҡала һәм райондарындағы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә төрлө саралар үтәсәк. Быларға эш һәм уҡыу урындары вакансиялары йәрминкәләре, «түңәрәк өҫтәлдәр» ҙә инә. Уларҙы эш биреүселәр, медик-социаль экспертиза бюроһы һәм хакимиәт вәкилдәре менән берлектә мәшғүллек үҙәктәре белгестәре үткәрә, - тип дауам итә Ленара Иванова.
Шуны ла билдәләр кәрәк, эш биреүселәргә инвалидтар өсөн эш урындарын булдырыуға һәм йыһазландырыуға субсидияны төбәк бюджеты бүлә. Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыусы ойошмаларға:
- өсөнсө төркөм инвалидтары өсөн - 80 мең һумға тиклем, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарын эшкә урынлаштырғанда 100 мең һумға тиклем аҡса бүленә;
- инвалидтың эш урынына ҡаршылыҡһыҙ инеүе өсөн кәрәкле инфраструктура булдырыуға - 100 мең һумға тиклем;
- өйрәтеүсене беркетеп, эш урынын яраҡлаштырыуға, айына 22,9 мең һум аҡса бүленә.