Йәмғиәт
1 Декабря 2022, 06:42

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына старт бирелде

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабы башланды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына старт бирелдеБашҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына старт бирелде
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына старт бирелде

Был исемгә дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар уҙғарырға, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың үҙ проекттарын яҡлауы күҙ уңында тотола. Муниципаль райондың ойоштороу комитеты ҡатнашыусыларҙың презентация материалдары нигеҙендә конкурстың беренсе этабына йомғаҡ яһаясаҡ.

     Конкурстың республика этабы барышында ҡатнашыусылар муниципаль районы халҡы ҡатнашлығында айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән саралар ойоштора һәм үткәрә, шул иҫәптән муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте файҙаланып, ыңғай тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ һәм уңышлы сараларын күрһәтәсәк.

       Алдаҡы йылдарҙығы кеүек, конкурстың республика этабында райондар халыҡ иҫәбенә ярашлы - эре, ҙур, урта һәм бәләкәй тораҡ пункттары номинациялары буйынса баһаланасаҡ. Бөтәһе 12 еңеүсе буласаҡ, йәғни һәр номинацияла өсөшәр ауыл билдәләнәсәк.

    Бүләк фондының дөйөм күләме шул уҡ ҡала - 40 миллион һум. Номинацияла еңеүселәр 6, 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас