

–Йыл да биләмәнең бер ауылы ҡатнашып килә программала. Үткән сиратығыҙҙа һеҙҙең ауыл клубы ла нәҡ ошо программа ярҙамында төҙөкләндерелеүен беләһегеҙ. Сират тағы һеҙгә етте, ауыл халҡынан анкета һорауҙарына яуап алыу үткәрелде, – тине Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева һәм һорау алыу анкеталары һөҙөмтәләре менән таныштырып үтте. Вәсилә Сәғит ҡыҙы әйтеүенсә, шулай уҡ Салауат мәктәбендә һәм Урал аръяғы ауыл хужалығы колледжының Әбйәлил филилалында эшләгән ошо ауылға ҡағылышлы кешеләр менән һөйләшеүҙәр үткән. Уларҙа күпселек тауыш ауылдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе өсөн тауыш биргәндәр.
Үткәрелгән һорау алыуҙа ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан, уның һөҙөмтәләре буйынса күпселек урамдарҙы яҡтыртыу өсөн тауыш биргән. Шулай уҡ урам юлдарын йүнәтеү, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелискты яңыртыу, ауылға ингән урында ауыл исемен күрһәткән яҙыу ҡуйыу яҡлы булғандар ҙа бар.
–Шулай итеп, күпселек халыҡ урамдарҙы яҡтыртыу яҡлы. Был тәңгәлдә яҡынса иҫәп-хисап эштәре башҡарылды. Унда типовой 90 яҡтыртҡыс, дүрт идара итеү шкафы, СИБ һатып алыу, яҡтыртҡыстарҙы ҡуйыу эшәтре ҡаралған. Урамдарҙа фонарҙар бағана аша ҡуйыласаҡ, – тип аныҡлыҡ индерҙе биләмә башлығы.
Шулай итеп, йыйылышта ҡатнашыусыларҙың да күпселеге ауылды яҡтыртыу проектын хуплап тауыш бирҙе. Программаны бойомға ашырыу өсөн халыҡтың үҙ өлөшөн индереүе мотлаҡ булыуын иҫәпкә алып, һәр йорттан берәр мең һум аҡса йыйырға килеште ҡужандар. Ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән башҡарылған был эшкә ошонда тыуып үҫеп, бөгөн сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтарын да йәлеп итеү зарурлығын да билдәләнеләр.
Ун ике кешенән инициатива төркөмө төҙөлдө, төркөм рәйесе итеп Вәсилә Амангилдина һайланды, Айсыуаҡ Мансуров уның ярҙамсыһы итеп ҡуйылды.
Һәр эштә дөргөн, әүҙем ҡужандар, проектта еңеп сығыр һәм ауыл урамдарын яҡтыртыуға өлгәшер, тип ышанабыҙ.