

«Экология» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә беҙҙең районға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 45 евроконтейнер килгән. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һатып алынған контейнерҙар СанПин талаптарына ярашлы, йыһазландырылған контейнер майҙансыҡтарына ҡуйыласаҡ.
Утилләштереү талап ителгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың ҡоро компоненттары артабан ошо контейнерҙарға һалынасаҡ. Аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын уларға һалырға ярамай.