

Түбән ставкалы ипотеканы Рәсәй гражданы булған мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләүсе компанияның 22-нән 44 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәре алыуы мөмкин. Уның был компанияла эшләүе өс айҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ипотеканы ИТ-компанияның уйлап табыусылар ғына түгел,ә башҡа хеҙмәткәрҙәре: бухгалтер, юрист, копирайтер һәм башҡа белгестәре лә ала ала. Төп шарт - һеҙ РФ Һанлы үҫеш министрлығы аккредитацияһын алған һәм һалым ташламаһы менән файҙаланған ИТ-компанияһында эшләүегеҙ.
Ипотека алыу өсөн килем ниндәй булырға тейеш?
Әгәр эш урыны миллионлы ҡалала булһа эш хаҡы айына 150 мең һумдан алып юғары;
унан кәм халыҡ йәшәгән ҡалалар өсөн - 100 мең һумдан алып.
Ташламалы ипотеканы 30 йылға тиклем ваҡытҡа алырға мөмкин.
Ташламалы ставка ИТ-компанияла эшләгән осорҙа ғәмәлдә була һәм әгәр эш урынынан киткәндән һуң 3 ай эсендә икенсе компанияға урынлашһағыҙ, ул да аккредитацияланғандар исемлегенә ингән һәм һалым ташламалары менән файҙаланған булыуы мотлаҡ. Субсидиялау һәм ИТ ипотека буйынса ставка һаҡлана. Кредитлау ваҡытыла элеккесә ҡала. Башҡа осраҡта яңы ставканың күтәрелеүе ихтимал.
Бер миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн - 18 миллион һумға тиклем, унан түбән йәшәгән ҡалаларҙа торлаҡ һатып алыуға - 9 миллион һумға тиклем ипотека кредиты бирелеүе мөмкин. Тәүге взностың күләме күсемһеҙ милек хаҡының 15 процентынан тәшкил итә. Беренсе иғәнә сифатында әсәлек капиталын файҙаланырға мөмкин.
Ипотеканы төҙөлөш барған йорттарҙағы фатирҙы, шул иҫәптән өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре буйынса, төҙөлгән әҙер фатирҙы, төҙөүсенән шәхси торлаҡ йорт, артабан шәхси йорт төҙөүгә ер участкаһын алыуға, подряд килешеүе буйынса шәхси торлаҡ йорт төҙөүгә тотонорға мөмкин.
Икенсел баҙарҙан был программа буйынса фатир һатып алырға ярамай.