Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2022, 16:43

Дүрт белем биреү-етештереү үҙәге ойошторола

Ағымдағы  йылда республика «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә дүрт белем биреү-етештереү үҙәге (кластер) ойоштороуға конкурс һайлауын үтте. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дүрт белем биреү-етештереү үҙәге ойошторола
Дүрт белем биреү-етештереү үҙәге ойошторола

Уларҙың беренсеһе Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә булдырыла. Уға ҡорамалдар һатып алыу өсөн 100 миллион һум күләмендә федераль субсидия йәлеп ителгән. Өҫтәп  республика бюджетынан 114 миллион һум һәм «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»нән 30 миллион һум колледжды капиталь ремонтлауға йүнәлтеләсәк. 2023 йылда «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә республикала төбәк өсөн өҫтөнлөклө тармаҡтар - химия, тау сеймалын табыу, машиналар эшләү буйынса тағы өс белем биреү-етештереү үҙәге ойошторола. Уларҙы булдырыуға 300 миллион һум күләмендә федераль субсидиялар йәлеп ителгән, тип билдәләне урта профессиональ белем биреү буйынса республика советы ултырышында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. «Был йүнәлештәге эш тә дауам итә. Бөгөн ултырышта төрлө тармаҡтан эш биреүселәр ҙә бар, «Профессионалитет»та нефть-газ, фармацевтика тармаҡтары, ауыл хужалығы һәм республика өсөн башҡа өҫтөнлөклө тармаҡтар буйынса ла ҡатнашырға теләр инек. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә предприятие-эш биреүсенең ысынбарлыҡтағы ихтыяжына ярашлы кадрҙарҙы маҡсатлы әҙерләү, предприятиеның кадрҙарға ҡытлығын бөтөрөү ҡаралған. Тармаҡ терәк предприятиелары төбәк контроль ҡабул итеү һандары структураһын һәм күләмен булдырыуҙа, мәғариф ойошмаһы менән идара итеүҙә, мәғариф программаларын әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаша», - тип билдәләне министр.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в