+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2022, 11:45

Ҡотлайбыҙ!

Зөлфиә Ғәйнетдинованың балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһендә алып барған эше лайыҡлы баһаланды – ул “Йылдың иң яҡшы социаль проекты-2022” конкурсында еңеү яуланы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Зөлфиә Ғәйнетдинованың балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһендә алып барған эше лайыҡлы баһаланды – ул “Йылдың иң яҡшы социаль проекты-2022” конкурсында еңеп сыҡты.

Өфөлә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уҙған “Йылдың иң яҡшы социаль проекты-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Еңеүселәр араһында әбйәлилдәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы.

Илленән ашыу социаль эшҡыуар һәм коммерция булмаған ойошмалар ҡатнашҡан бәйгелә Зөлфиә Әмир ҡыҙы  “Балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһенә индергән өлөшө өсөн” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Нәҡ уның тырышлығы менән  Асҡарҙа балаларҙың фәнни клубы эшләп килә, бында ҡыҙҙар һәм малайҙар робототехника түңәрәгендә шөғөлләнә, беренсе кластар өсөн "Тиҙуҡыу" курстары ойошторолған, мәктәпкә әҙерлек алып барыла, модель студия  эшләй һ.б.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: