-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2022, 17:05

Ташламалы ипотека программаһы оҙайтылды

Рәсәй Хөкүмәте ташламалы ипотека программаһын 2024 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтты.  #ВладимирПутин

Ташламалы ипотека программаһы оҙайтылды
Ташламалы ипотека программаһы оҙайтылды

Ташламалы ипотеканы һигеҙ процентҡа тиклем ставка менән алырға мөмкин, өҫтәүенә заемды яңы төҙөлгән йорттан торлаҡ һатып алыуға, йорт төҙөүгә йәки ер участкаһы һатып алыуға тотонорға мөмкин. Ғаилә ипотекаһы буйынса ставка алты процент кимәлендә һаҡлана. 18 йәшкә тиклемге ике балалы ғаиләләр ошондай ипотека алыу мөмкинлегенә эйә. Быға тиклем программала 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң бер генә бала тыуған ғаиләләр генә ҡатнаша алған. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә льготалы ипотека программалары буйынса кредиттың максималь күләме - 12 миллион, ә ҡалған төбәктәр өсөн 6 миллион һум тәшкил итәсәк.

      Займдың максималь күләме 30 һәм 15 миллион һум тәшкил итеүе мөмкин, шул уҡ ваҡытта 12 һәм 6 миллионын дәүләт субсидиялаясаҡ, тип асыҡлыҡ индерелә.

      Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин ташламалы ипотека программаһын оҙайтыу хаҡында белдергәйне. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт башлығы, илдә был программаны әкренләп туҡтата башлаясаҡтар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: