+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2023, 14:38

Инвалидҡа фатир асҡысы тапшырылған

"Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеү буйынса эш дауам итәсәк".

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына һәм  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисергән, хроник ауырыуҙарҙан яфаланған инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендә Анатолий Владимирович Сидоровҡа фатир асҡысы тапшырылған.

"Был программаға ярашлы, 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған граждандар торлаҡҡа дәғүә итә ала. Хәйбулла районында былтыр ике инвалидҡа фатир бирелде, быйыл да һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеү буйынса эш  дауам итәсәк", - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Читайте нас: