+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 09:25

Милли проектта ҡатнашыу буйынса килешеү төҙөнөләр

Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты һәм “СтройМинерал” заводы Башҡортостан Хөкүмәте менән милли проектта ҡатнашыу буйынса килешеү төҙөнө.

Милли проектта ҡатнашыу буйынса килешеү төҙөнөләр
Милли проектта ҡатнашыу буйынса килешеү төҙөнөләр

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция  сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар һаны арта. Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты һәм “СтройМинерал” заводы Башҡортостан Хөкүмәте менән милли проектта ҡатнашыу буйынса килешеү төҙөнө.

– Предприятиелар милли проектта ҡатнашыу һөҙөмтәһендә эске ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, продукция ташыуҙы һәм логистиканы ҡулайлаштырырға, ҡорамалдарҙы тулы ҡеүәтенә эшләтергә өйрәнәсәк. Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары алты ай дауамында предприятие хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индерә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

“Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – республикала иттән ярымфабрикаттар етештергән дистрибьютор. Комбинат Дәүләкән ҡалаһында урынлашҡан. Уның ризыҡтары “Добрынинъ” һәм “Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты” маркаһы менән сығарыла. Ассортиментта 80-дән ашыу продукция төрө: билмән, вареник, ҡамыр ризыҡтары, ит ярымфабрикаттары.

“СтройМинерал” заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәбиғи таштан гранул һәм онтаҡ яһай. Заводтар Белорет һәм Учалы райондарында урынлашҡан. “Технониколь” ҡыйыҡ ябыу материалдарының күренеп торған өлөшөн тап шунда етештерәләр.

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/509801/

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:
Читайте нас: