-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 15:50

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек»

Был проект киң тарала һәм үҫешә. Хәҙер ул республикала йәшәүсе 55 йәштән өлкән кешеләр өсөн тыуған яҡ буйлап сәйәхәт итеү генә түгел.Яңы йүнәлеш - белем алыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә, ял һәм күңел асыу сараларында ҡатнашыуға сертификаттар.

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек»
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек»

Был сертификаттар менән йога, дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы, бейеү, һанлы технологияларға өйрәнеү, инглиз теле дәрестәре һәм башҡалар өсөн түләргә мөмкин. Сертификаттың суммаһы - 2 мең һум.
Сертификатты нисек алырға?
Сертификат алыуға сиратҡа тороу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙәк филиалдарының адрестары һәм телефондары- http://rcspn.mintrudrb.ru/offices. Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәк офистары - https://mfcrb.ru/?page_id=4014.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул ололарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға, әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыуға, уларҙы йәмғиәттәге файҙалы эштәргә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Һуңғы яңылыҡтар менән танышыу һәм сараларға яҙылыу өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» порталына күҙ һалығыҙ - https://dolgoletie.bashkortostan.ru/

Автор:
Читайте нас: