+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2023, 13:05

Электрон водитель таныҡлыҡтары

«Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһында водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ та бар (СТС). #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Электрон водитель таныҡлыҡтары
Электрон водитель таныҡлыҡтары

«Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһында водитель таныҡлығының электрон версияһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ транспорт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡ та бар (СТС).
Улар менән нисек файҙаланып була?
Һанлы документтар менән ҡулланыу өсөн, ҡушымтала водитель таныҡлығын йәки СТС-ты һайлап, «Документтарҙы күрһәтеү»гә баҫырға. Шунан һуң инспектор кеҫә телефоны ярҙамында QR-код шифрҙарын ала. Дәүләт автоинспекцияһы базаһынан мәғлүмәттәр автоматик рәүештә килеп сығасаҡ.
Ҡушымта интернетҡа инеү мөмкинлеге булмағанда ла эшләй.
Иғтибар итегеҙ: ҡушымтала электрон документтар булһа ла, әлегә водителдәр үҙҙәре менән водитель таныҡлығының төп нөсхәһен үҙе менән йөрөтөргә бурыслы: vk.cc/ckFal9. Бындай талап Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 2.1.1-се пунктында ҡаралған: vk.cc/ckFams.
Шулай уҡ ҡушымта ярҙамында:
-европротоколды онлайн тултырырға;
-штраф түләргә йәки штрафҡа ялыу бирергә;
- машинаға сикләүҙәр һалыныу-һалынмауын һәм уның урланғанмы-юҡмы икәнен тикшерергә;
- автомобилде теркәүгә йәки водитель таныҡлығын алмаштырырға яҙылырға мөмкин.
«Дәүләт хеҙмәттәре Авто» мобиль ҡушымтаһы 2021 йылдан эшләй. Уның менән 2,5 миллиондан ашыу водитель файҙалана.

Был яңылыҡ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: