+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 15:47

Ата-бабалар рухтары шат ҡылыр

Әбделмәмбәттәр ауыл менән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыуҙы хупланы һәм барыһы өсөн дә мөһим мәсьәләне хәл итеүгә берҙәм ҡул күтәрҙе.

Ата-бабалар рухтары шат ҡылыр
Ата-бабалар рухтары шат ҡылыр

Ауыл активы һәм йыйылышта ҡатнашыусы халыҡ алдында район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова сығыш яһап, ППМИ арҡылы 2014 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем район масштабында башҡарылған эштәр күләме тураһында отчет тотто. 2022 йылда республика буйынса программала ҡатнашыуға 699 проект тәҡдим ителһә, шуларҙың 397-һе конкурста еңеп сыҡҡан. Был дөйөм заявкалар күләменең 56,8 процентын тәшкил итә. 2023 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын финанслауға республика 500 миллион һумдан ашыу субсидия йүнәлтәсәк. Бер проектты тормошҡа ашырыуға иң күбендә 1,2 миллион һум аҡса йәлеп итергә була тигән һүҙ был. Әммә субсидияны алыуға ирешеү өсөн программала әүҙем ҡатнашыу һәм, төп шартҡа ярашлы, үҙеңдән дә аҡсалата өлөш индереү зарур.
ППМИ-ла ҡатнашыуҙың бына ошондай мөһим әтнәкәләре менән танышҡандан һуң, әбделмәмбәттәр, ятып ҡалғансы — атып ҡалырға ҡарар ҡылып, бер тауыштан зыярат биләмәһен төҙөкләндереүгә ризалыҡ белдерҙе.
Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин проекттың смета хаҡы яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 1900000 мең һумға баҫасағын белдерҙе. Мәсьәлә софинанслауға килеп теркәлгәс, йыйылышта ҡатнашыусылар, конкурста еңеп сығыр өсөн, халыҡтан өлөштө максималь күләмдә (15 процент) индерергә ҡарар итте. Йәғни өй башынан 2000 һумдан тура киләсәк. Проект хаҡының тағы ла 15 проценты бағыусылар иҫәбенән финансланһа, муниципаль бюджеттан 200000 һум тирәһе аҡса бүленәсәк.
Тауышҡа ҡуйыу юлы менән халыҡтан аҡса йыйыу, эш барышын контролдә тотоу эштәрен атҡарыуға Ғәйнетдин Өмөтҡужин рәйеслегендә 15 кешенән торған инициатива төркөмө һайланды. Ауыл мәсете имамы Ғәле Дияров аҡса артып ҡалһа, уны ҡәбер ҡаҙыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға тотоноу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Урындағы депутат Руслан Ғибәҙәтов һәм башҡа йыйылышта ҡатнашыусылар тәҡдимгә ыңғай ҡарашын белдерҙе.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: