-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 14:55

Берҙәм пособие булдырылды

Балалар өсөн аҡса тәғәйенләүҙең яңы тәртибе.

Берҙәм пособие булдырылды
Берҙәм пособие булдырылды

2023 йылдың 1 ғинуарынан бала табыу һәм уны тәрбиәләү буйынса берҙәм пособие бирелә башланы.

 Ул быға тиклем ғәмәлдә булған биш ярҙам сараһын – йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойош­ма­һы­на иҫәпкә торған ҡатынға ай һа­йын түләнгән пособиены; беренсе баланың тыуыуы (уллыҡҡа алыныуы) менән бәйле өс йәшкә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; өсөнсө йәки артабанғы баланың өс йәшенә тиклемге ай һайын бирелгән түләүҙәрҙе; өстән ете йәшкә тиклем­ге ай һайын бирелгән түләү­ҙәрҙе; һи­геҙҙән 17 йәшкә тиклемге ай һа­йын бирелгән түләүҙәрҙе үҙ эсенә ала.

– 2023 йылдың 1 ғинуарынан Рә­сәй Федерацияһы биләмәһендә ғәмәлдә буласаҡ берҙәм пособие балалары булған ғаиләләргә башҡа федераль һәм төбәк ярҙам сарала­рының ҡыҫҡартылыуына килтер­мәй­әсәк. Яңы универсаль пособие балалары булған ғаиләләргә ҡатын­дың йөклө ваҡытынан алып балаға 17 йәш тулғансы түләүҙәрҙе бер­ләш­терәсәк, – тип хәбәр итте рес­публиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры­ның беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова. – Шул уҡ ваҡытта балалары 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ата-әсәләр пособиены элекке ҡағиҙәләр буйынса алыу хоҡуғына эйә йәки универсаль пособиеға күсә ала. Мәҫәлән, бер ғаилә беренсе бала өсөн түләү ала икән, ул балаға өс йәш тулғансы дауам итә ала.

Шулай итеп, 2023 йылдың 1 ғи­нуарынан Рәсәйҙә балалы ғаилә­ләргә тейеш булған түләүҙәр берҙәм пособиеға берләштерелә.

Автор:
Читайте нас: