+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 14:45

«Һөт кухняһы» яңы ризыҡ сығара башланы

Күптән түгел "Һөт кухняһы" үҙенең ассортиментын тағы байытты. Ул 6 айлыҡ балаларҙан  алып өлкәндәр өсөн печенье сығара башланы.

«Һөт кухняһы» яңы ризыҡ сығара башланы
«Һөт кухняһы» яңы ризыҡ сығара башланы

Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев  әйтеүенсә, был ризыҡты индереү тураһында былтыр уҡ уйланылған. Шунан алып әҙерләү рецептураһын һайлау процесы башланған.

- Кескәйҙәр ихтыяжына тап килеү ине - печенье файҙалы ла, уртаса шәрбәтле, ыуалып торған һәм еңел ебергә тейеш. Шулай уҡ тышының биҙәлешенә лә иғтибар иттек, - тине ул.

Идеаль состав һайлап алынғас, әҙер аҙыҡ-түлек Мәскәүгә тикшереүгә ебәрелде. «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте» дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ бирҙе. Ул ризыҡ 6 айҙан алып балаларға ашарға мөмкин тигәнде аңлата.

Яңы ассортимент Белорет ҡалаһындағы "Һөт кухняһы" цехында әҙерләнде. Бының өсөн унда иркен урын бүленде, яңы ҡорамалдар - ҡамыр баҫыу, форма һәм фасовкалау машиналары, ротация мейесе һәм тейешле профилдәге персонал һайланды.

- Яңы печенье ике төрҙә буласаҡ - кальций, тимер менән байытылған. Уны "Һөт кухняһы" таратыу пункттарында алырға мөмкин. Шулай уҡ печенье тиҙҙән сауҙа селтәрҙәре магазиндарында ла һатыласаҡ, - тип өҫтәне Алексей Гусев.

Шуны ла билдәләп үтәйек, күптән түгел, ҡулланыусылар һорауы буйынса, Белорет районында тағы бер таратыу пункты асылды. Хәҙер автомобил һөтлө продукцияны Үрге Әүжән ауылына алып килә, унан Исмаҡай халҡына ла килеп алырға мөмкин.

Һөт, эремсек һәм йогурт термосумкаларҙа килтерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров ҡарары менән 2019 йылда булдырылған “Һөт кухняһы” аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе, опекаға алынған өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы махсус һөт продукттары менән тәьмин итә.

Әлеге ваҡытта "Һөт кухняһы"нда тәүлегенә 35 тонна һөт ризығы әҙерләнә, 136 таратыу пункты булдырылған.

- 2022 йылдың башынан алып Башҡортостан Республикаһы "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһының ете производство майҙансығында 4 млн. литр тирәһе  һөт эшкәртелде. Унан 15 млн. самаһы әҙер продукция - һөт, эремсек һәм йогурт етештерелгән, - тине БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Автор:
Читайте нас: