+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 08:58

Президент гранттары конкурсында ҡатнашыусыларға

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2023 йылғы президент гранттарының икенсе конкурсында ҡатнаша ала. 1 февралдән ғаризалар ҡабул ителә башлай.

Президент гранттары конкурсында ҡатнашыусыларға
Президент гранттары конкурсында ҡатнашыусыларға

Кемдәр ҡатнаша ала?

Конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тамамланғанға тиклем 6 ай алда Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлгән коммерцияға нигеҙләнмәгән һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала.

 Ентеклерәк мәғлүмәт - күрһәтелгән һылтанма буйынса: https://vk.cc/cl0y5T

Заявканы электрон төрҙә президентскиегранты.рф сайтында бирергә мөмкин, конкурс еңеүселәре июндә билдәләнә, ярҙам күрһәтеләсәк проекттарҙы финанслау 2023 йылдың 1 июленән башлана.

Нисек заявка бирергә - ошонда ҡарағыҙ: https://vk.cc/c5UhCv

Конкурс тураһында положение: https://vk.cc/az4OjS

Әгәр проект буйынса һорауҙарығыҙ бар икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:

  Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге эксперттары проекттарҙы бушлай тикшерә. Бының өсөн тултырылған заявканы, ойошма атамаһын күрһәтеп, [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.

  Ғаризаларҙы ҡарау, шулай уҡ уҡытыу күнекмәләре графигы Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы сайтында һәм социаль селтәрҙәрендә, Ресурс үҙәге төркөмөндә күрһәтеләсәк https://vk.com/nko_rb

  8 (347) 218-12-52 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша өҫтәмә һорауҙар бирергә мөмкин

  Конкурста ҡатнашыу тураһындағы һорауҙарға «Булышлыҡ итеү үҙәге» поддержка.президентскиегранты.рф сайтында яуап табырға була

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: