+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 16:24

Милли ойошмаларға субсидия бирелә

Башҡортостандың милли һәм мәҙәни ойошмалары 25 миллион һум субсидия аласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Милли ойошмаларға субсидия бирелә
Милли ойошмаларға субсидия бирелә

Быйыл республиканың йәмәғәт ойошмаларына  дәүләт ярҙамының дөйөм күләме дүрттән бер өлөшкә арттырылды һәм 25,2 миллион һумға етте. Аҡса мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге йәмғиәт өсөн файҙалы программалар һәм сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн конкурс нигеҙендә бүленә. Аҡсаны 17 ойошма аласаҡ.

   Иң ҙур сумма Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (конгресына) бирелә - 13,5 миллион һум. Икенсе булып Башҡортостан рустары соборы килә, ул 5 миллион һум аласаҡ. Башҡортостан Яҙыусылар союзына 1,9 миллион һум самаһы бүленә. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы - 1,4 миллион һум, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы 300 мең һум аласаҡ.

Шулай уҡ дәүләт ярҙамы  республика ижади берләшмәләренә - БР Композиторҙар союзына (700 мең һум), Кинематографсылар союзына (600 мең һум), Рәссамдар союзына (300 мең һум) ла бүленәсәк. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте - 200 мең һум, украиндарҙың«Кобзарь»  республика милли-мәҙәни үҙәге 150 мең һум аласаҡ. Мордва милли-мәҙәни үҙәгенә, «Канаш» сыуаш үҙәгенә, БР Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәтенә, «Видергебурт» немец мәҙәни-ағартыу үҙәгенә, БР белорустарының төбәк йәмәғәт ойошмаһына 100-әр мең һум аҡса бүленәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: