+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 17:46

Путин Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

Киләсәктә йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален үткәрергә мөмкин, тип иҫәпләй РФ Президенты Владимир Путин.  #ВладимирПутин

Путин Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы
Путин Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

Ләкин, уның һүҙҙәренсә, хәҙерге шарттарҙа был идеяны тормошҡа ашырыу еңел түгел. "Идеяғыҙ һәйбәт. Хәҙерге шарттарҙа уны тормошҡа ашырыу еңел булмаҫ, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, 2017 йылда, Ҡырым ваҡиғаларына ҡарамаҫтан, «Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален» уңышлы үткәрҙек бит», - тип яуап бирҙе Путин Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты студенты Дарья Семенованың тәҡдименә.

 "Дөйөм алғанда, был идея бик дөрөҫ. Сөнки бындай ваҡиғалар кешеләрҙе берләштерә. Һәм, ҡағиҙә булараҡ, бик яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Шуға күрә мотлаҡ ҡарарбыҙ», - тине В.Путин.

      Президент шулай уҡ, бындай сараны ойоштороуҙа төбәк властарының ярҙамы мөһим, "әммә иң тәүҙә тейешле халыҡ-ара структуралар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырырға һәм федераль үҙәктең мөмкинлектәрен йәлеп итергә кәрәк", тип өҫтәне. Рәсәй халыҡ-ара сараларҙы һәр ваҡыт юғары кимәлдә уҙғара, тип билдәләне дәүләт башлығы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: