-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 09:41

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023»

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Конкурс әхлаҡи-эстетик нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023»
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023»

 Конкурста Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә йәшәгән, башҡортса һөйләшкән бөтә ғаиләләр ҙә ҡатнаша ала.

Беренсе (зона) этаптың конкурс эштәре:

 - «Ғаиләнең визит карточкаһы» (видеоролик йәки презентация);

 - «Ғаилә ырыуы тарихы» («Шәжәрә» генеалогия ағасын күрһәтеү);

 - «Ғаилә байрамы» (ижади конкурс).

 Ғаризалар (ғариза, анкета һәм видеоролик) туғыҙ зона буйынса ҡабул ителә, уларҙың үҙәктәре булып Туймазы, Күмертау, Салауат, Өфө, Нефтекама, Сибай ҡалалары һәм Мәсәғүт, Үрге Тәтешле ауылдары билдәләнгән. Рәсәй Федерацияһы субъеттарынан заявкаларҙы Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡабул итә.

Дәғүәселәрҙе һайлап алыуҙың зона этабы 10 февралгә тиклем уҙа. Республика этабы февраль аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙең исеме 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә уҙасаҡ финалда иғлан ителәсәк.

Асыҡ конкурсты ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

Конкурсты уҙғарыу шарттары һәм электрон адрестар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» асыҡ республика конкурсы тураһында Положениела танышырға мөмкин.

https://kurultai.ru/ru/content/3684-obrazczovaya-bash..

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #башҡорттар #башкиры #Ғаилә #Семья

Автор:
Читайте нас: