Йәмғиәт
3 Февраля 2023, 04:30

Газ үткәрергә теләүселәргә ярҙам саралары арта

Ил  башлығы В. Путин ҡушыуы буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырғанда өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Иң тәүҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, аҙ килемле ғаиләләр, ишле ғаиләләр хаҡында бара. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Газ үткәрергә теләүселәргә ярҙам саралары артаГаз үткәрергә теләүселәргә ярҙам саралары арта
Газ үткәрергә теләүселәргә ярҙам саралары арта

Ил  башлығы В. Путин ҡушыуы буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырғанда өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Иң тәүҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, аҙ килемле ғаиләләр, ишле ғаиләләр хаҡында бара.

Социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй президенты Владимир Путиндың башланғысы менән бер йылдан ашыу элек нәҡ беҙҙең райондан башланды ла инде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “догазофикация” программаһы ярҙамында Әбйәлилдең 43 ауылында эш алып барылды: дөйөм оҙонлоғо 173 саҡрым булған  54 газ үткәргес һалынды, һөҙөмтәлә 837 йорт “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Һуңғы һөҙөмтәлә газ үткәреү халыҡтың йәшәү кимсәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә, шуның менән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты үтәлеше лә тәьмин ителә.

  Дәүләт башлығының ҡушыуы буйынса хәҙер социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй, ул медицина һәм белем биреү ойошмаларына ҡағыла.

Дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса был эштә граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Тәү сиратта — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, аҙ килемле ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә. Субсидия күләме — 100 мең һумдан ашыу. Хөкүмәт бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәргә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплай. Бының өсөн 2023 йылда яҡынса 2,5 миллиард һум бүленә. Аҡса 54 төбәккә йүнәлтелә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас