Йәмғиәт
3 Февраля 2023, 12:57

Түләүҙәр һәм социаль пособиелар 11,9 процентҡа артты

1 февралдән Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә бер нисә түләү һәм пособие индексацияланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Түләүҙәр һәм социаль пособиелар 11,9 процентҡа арттыТүләүҙәр һәм социаль пособиелар 11,9 процентҡа артты
Түләүҙәр һәм социаль пособиелар 11,9 процентҡа артты

       Рәсәйҙең социаль фонды уларҙы, былтырғы инфляция кимәленә ярашлы, 11,9 процентҡа күтәрҙе. Социаль түләүҙәрҙе индексациялауға 150 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Уларға,  балалы ғаиләләргә түләүҙәр, әсәлек капиталы, инвалидтарға һәм ветерандарға түләүҙәр инә. Мәҫәлән, беренсе бала өсөн әсәлек капиталы күләме 587 мең һумға тиклем артты. Ике бала ла 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән осраҡта әсәлек капиталы күләме - 775 628 һум буласаҡ. Беренсе балаға капиталын  алған осраҡта, һуңынан тағы бер бала тапҡан йәки тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамының күләме 188 682 һумға тиклем артты. Шулай уҡ әсәлек капиталын тотонмаған ғаиләләрҙең аҡсаһы ла индексацияланды.

    Айлыҡ аҡсалата түләүҙәр ҙә (ЕДВ) 11,9 процентҡа артты.

Башҡортостанда уны 290 мең кеше ала. Улар - инвалидтар, ветерандар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, РФ Хеҙмәт Геройҙары, шулай уҡ техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә радиация йоғонтоһона дусар булғандар.

     Айлыҡ аҡсалата түләү составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйымының айына

1 469,74 һумға тиклем артҡан.

      Бала тыуғанда йәки уны тәрбиәгә алғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие

26 345, 39 һумға тиклем артты.

     Ә эшләмәгәндәр өсөн баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме 9 880, 19 һум тәшкил итте.

     Иң түбән хеҙмәт хаҡы күләмен һәм башҡа күрһәткестәрҙе индексациялау йылдам темптар менән барырға һәм инфляциянан юғарыраҡ булырға тейеш, тип билдәләне Рәсәй Президенты. Владимир Путин һүҙҙәренсә, халыҡтың реаль эш хаҡын арттырыу һәм ярлылыҡты кәметеү, Рәсәй властарының өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә.

Автор:
Читайте нас