Йәмғиәт
4 Февраля 2023, 05:15

Техника алыуға аҡса бүленде

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урман янғыны менән көрәшеү өсөн 12 берәмек техника алыуҙы планлаштыра. Был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә 2023 йылда башҡарыласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Техника алыуға аҡса бүлендеТехника алыуға аҡса бүленде
Техника алыуға аҡса бүленде

#нацпроект#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урман янғыны менән көрәшеү өсөн 12 берәмек техника алыуҙы планлаштыра. Был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә 2023 йылда башҡарыласаҡ.

Урман янғыны менән көрәшеү өсөн техника алыуға 52,7 миллион һум аҡса бүленә. Әле документтар Республика сауҙа үҙәгенә тапшырылған. Янғын хәүефе янаған миҙгелгә техника урман янғыны станцияларына бүлеп бирелә, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үткән йылда “Экология” милли проекты буйынса 22,7 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас