Йәмғиәт
8 Февраля 2023, 05:50

Хаҡлы ялдағылар бушлай ял итә ала

Проект оло йәштәгеләр республиканың матур урындарын күрһен өсөн ойойшторолған.  #национальныепроекты#нацпроекты

Хаҡлы ялдағылар бушлай ял итә алаХаҡлы ялдағылар бушлай ял итә ала
Хаҡлы ялдағылар бушлай ял итә ала

Әбйәлил ветерандарының бер нисә төркөмө Абҙаҡта ял итеп ҡайтты.

2019 йылдан республикала “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы эшләй. Был проект махсус рәүештә оло йәштәгеләр өсөн булдырылды, ул пенсионерҙарға бөтә республика буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ауыл кешеләре Өфөгә килеп, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында була, ә ҡаланыҡылар, киреһенсә, төбәгебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә барып, милли көнкүреш үҙенсәлектәре менән таныша ала.

Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров программала ҡатнашыусылар һанын һәм сәйәхәт итеү урындарын арттырырға ҡушты. Быйыл финанслау күләменең ике тапҡырға – 48 миллион һумғаса артыуы билдәле булды. Был ике тапҡыр күберәк һандағы оло йәштәгеләрҙе – 20 меңгә тиклем кешене сәйәхәткә йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. 

Проектта ҡатнашыу пенсионерҙар өсөн тулыһынса бушлай, ул йылына бер тапҡыр бирелә. Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә, сәйәхәт йүнәлешен, уңайлы маршрут һәм ваҡытты һайларға кәрәк.

Республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған проект ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас