Йәмғиәт
8 Февраля 2023, 10:49

Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ

“Йыл геройы” конкурсында финалға сығыусылар һәм еңеүселәр менән йылы осрашыу уҙҙы. Уларҙы ҡотлап, бүләкләп ризалаттыҡ. Бағыусы булып сығыш яһаған Амангилде эшҡыуары Рамаҙан Шаһыбаловҡа һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы администрацияһына (директоры Т. С. Сәйфуллин) ҙур рәхмәт!

Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡКонкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ
Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ

“Йыл геройы” конкурсында финалға сығыусылар һәм еңеүселәр менән йылы осрашыу уҙҙы. Уларҙы ҡотлап, бүләкләп ризалаттыҡ. Бағыусы булып сығыш яһаған Амангилде эшҡыуары Рамаҙан Шаһыбаловҡа һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы администрацияһына (директоры Т. С. Сәйфуллин) ҙур рәхмәт! 

Еңеүселәр:

Рәсимә Кощеева, хеҙмәт ветераны, Озерный ауылы – I урын (мультиварка);

Венера Мостафина, Байым ауылы ветерандар советы рәйесе – II урын (электр сәйнүге);

Розалия Билалова, үҙәк район дауаханаһы табибы, терапия бүлеге мөдире – III урын (үтек), “Халыҡ һөйөүе” номинацияһы (блендер);

Номинациялар:

Нәркәс һәм Илһам Малыбаевтар, Яңы Балапан ауылынан йәш ғаилә – “Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә”;

Рафиҡ, Әлфиә һәм  Ғәзиз Уразаевтар, “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022” республика фестивале еңеүселәре –  “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”;

Рөстәм Ҡадиров, Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы – “Етәксе халыҡ араһында”;

Дилә һәм Ғәйәр Рәхимовтар, Яңы Балапан ауылынан өлгөлө ғаилә – “Татыу ғаилә – ил күрке”;

Данил Әһелов, Ҡаҙмаш ауылы имамы – “Иман нуры таратыусы”;

Мәүлиха Өмөтҡужина, педагогик хеҙмәт ветераны, Таҡһыр ауылы – “Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!”;

Фәйрүзә Һәм Рәүеф Атауллиндар, Ташбулат ауылынан өлгөлө ғаилә – “Матур ғаилә – ил ҡото”;

Дамир Хәйруллин, “Красная Башкирия” ЯСЙ-һы инженеры – “Хеҙмәтенә күрә хөрмәте”;

Фәнил Әсәҙуллин, “Байыҡ”та “Йыл бейеү ҡуйыусыһы” премияһын яулаусы – “Мәҙәниәт йондоҙо”.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас