Йәмғиәт
10 Февраля 2023, 02:55

Әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу мөмкинлеге арта

Әсәлек капиталы аҡсаһын хәҙер өс йәшкәсә балаларға айлыҡ түләү өсөн тотонорға мөмкин. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу мөмкинлеге артаӘсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу мөмкинлеге арта
Әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу мөмкинлеге арта

Рәсәй Хөкүмәте аҙ килемле ғаиләләрҙең әсәлек капиталынан айлыҡ түләү юллау мөмкинлеге тураһында ҡарарҙы раҫланы. Элек бындай түләүҙе икенсе балаға ғына алырға мөмкин ине.
Аҡсаны балаға өс йәш тулғансы алырға була. Әгәр ғаиләлә өс йәшкәсә бер нисә бала булһа, аҡсаны уларҙың һәр береһенә юлларға мөмкин.
Айлыҡ түләүҙең күләме – балаға төбәктәге йәшәү минимумы. Ил буйынса уртаса алғанда, 13,9 мең һум килеп сыға. Бынан тыш, ғаиләнең бер үк ваҡытта берҙәм пособие һәм әсәлек капиталынан түләү алыу мөмкинлеге бар.
Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, күп функциялы үҙәккә йәки Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһенә барып бирергә мөмкин.

Бындай мөмкинлек “Демография” милли роектын үтәүгә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас