

Иҙәш Ҡусҡары менән Тал Ҡусҡары ауылдары араһында ятҡан утарҙағы Салауат Юлаев һәм И.Г.Пеннер исемендәге урамдар өйҙәренә “зәңгәр яғыулыҡ” килде. Бындай мөмкинлек
Владимир Путиндың Указына ярашлы барған һәм нәҡ Әбйәлилдән башланғыс алған “догазофикация” программаһы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Әйткәндәй, уҙған йыл райондың 43 ауылында был тәңгәлдә эш алып барылды. Дөйөм оҙ:онлоғо 173 саҡрым булған 54 газ үткәргес һалынды, һөҙөмтәлә 837 йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” инде. Был "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты үтәлеше күрһәткесе лә.