

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Быйыл Башҡортостан нефтселәре республикала ылыҫлы урмандарҙы тулыландырыу башланғысын тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ниәтләй. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы ошо өлкәлә эштәр башҡарыла.
Быйыл яҙ һәм көҙ төбәктә ылыҫлы урмандар майҙаны Башҡортостан нефтселәренең тырышлығы менән 153 гектарға артасаҡ. Планлаштырылған ағас ултыртыу сараларынан һуң һуңғы өс йылда тамыр йәйгән йәш үҫентеләр һаны быйыл көҙ 3,8 миллионға етәсәк. Экологик башланғыс сиктәрендә “Башнефть-Сығарыу” йәмғиәте вәкилдәре ылыҫлы ағастарҙы элек киҫелгән һәм сабынлыҡтар өсөн файҙаланылмаған урман ерендә түгел, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә – Бөрө зоология заказнигында ла ултыртты.
Фото: contenta.info
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-07/izge-esht-n-neftsel-r-sitt-almay-3134106