Йәмғиәт
17 Февраля 2023, 04:55

Көрәктәр — дәртле йөрәктәр!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Ишкилде халҡы тағы бәхетен һынап ҡарарға булды.

Көрәктәр — дәртле йөрәктәр!Көрәктәр — дәртле йөрәктәр!
Көрәктәр — дәртле йөрәктәр!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Ишкилде халҡы тағы бәхетен һынап ҡарарға булды. Уҙған йылда ошо бәйге сиктәрендә ауылда халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында бик күп спорт, мәҙәни саралар ойошторолдо, экологик, йәшелләндереү өмәләре үткәрелде. Бәйгенең республика кимәленә сығып, еңеүселәр иҫәбендә билдәләнмәһәләр ҙә, башҡарылған эштәре баһаланмай ҡалманы: ишкилделәр республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн диплом һәм махсус приз — компьютер йыйылмаһы менән бүләкләнде.

Ошо аҙнала ауылда үткән йыйында уҙған йылдағы конкурс һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды, ишкилделәрҙең быйыл да «Айыҡ ауыл – 2023» бәйгеһенә ҡушылыуы сәбәпле, эш планы ҡаралды.
— Уҙған йылғы конкурста ҡатнашып, был тәңгәлдә байтаҡ тәжрибә лә тупланығыҙ, был бәйгегә тағы ла ҡушылыу юғарыраҡ һөҙөмтә бирер, тип ышанам. Сөнки «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуға һеҙҙән дә лайыҡлы ауыл әлегә юҡ. Ишкилделә әүҙем, тырыш, берҙәм халыҡ йәшәүе быны дәлилләй, — тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров һәм ауылдың иң әүҙемдәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Уҙған йылдағы «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә мәҙәни-спорт сараларын үткәреүҙә әүҙемлек күрһәткән Зөбәйлә һәм Рәфәғәт Вәлиевтарға, Гөлшат һәм Ринат Зариповтарға, Шәүрә Дауытоваға, Зөлфирә Моратшинаға район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовтың Рәхмәт хаты тапшырылды.
Ошо конкурс сиктәрендә ойошторолған спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан Әлфиә һәм Ирек Зариповтарға, Зәүрә һәм Илмир Шаһивәлиевтарға, Роза һәм Фәнгиз Шаһивәлиевтарға, Рәйсә һәм Хәлит Хәсәновтарға, Илсиә һәм Мансур Зариповтарға, Әминә һәм Рафаил Вәлиәхмәтовтарға, Гөлдәр һәм Ғәли Зариповтарға, Гөлсинә һәм Рәүеф Ғибаҙуллиндарға Вадим Фәнил улы үҙенең исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ауылда үткән мәҙәни-ижади һәм йәмәғәт сараларында әүҙемлек күрһәткән Фәрзәнә Хәсәнова, Мәүлиҙә һәм Вәхит Хисмәтуллиндар, Дания Баҡыева ла Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Уҙған бәйгелә республика кимәлендә ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшкән ишкилделәргә район хакимиәте исеменән 70 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды, был аҡса төрлө спорт ҡорамалдары һатып алыуға, спорт саралары үткәреүгә тотоноласаҡ.
— «Айыҡ ауыл» сиктәрендә Ишкилделә ойошторолған саралар һәр саҡ юғары кимәлдә һәм күп халыҡ ҡатнашлығында үтеүе менән айырылып торҙо. Быйыл да сәләмәт йәшәү рәүешен алға ҡуйып, төрлө сараларҙа әүҙемлек, ихласлыҡ күрһәтеп, бергәләшеп үткәрергә кәрәк. Былтырғы эшләп еткерелмәгән урындарҙы, хаталарҙы төҙәтеп, тағы ла тырышыбыраҡ, берҙәм эш алып барһағыҙ, һис шикһеҙ, еңеүселәр иҫәбендә булырһығыҙ тип ышанабыҙ, — тине район башҡорттары ҡоролтайы Вил Илһамов.
Әлбиттә, бер сара ла ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина ишкилделәрҙең район кимәлендәге сараларҙа ла, һуңғы осорҙа, мәҫәлән, Донбасс, Луганск халҡына ярҙам йыйыуҙа, үҙебеҙҙең һалдаттарға кейем-һалым, күстәнәстәр әҙерләүҙә дөргөнлөктәрен билдәләп, район һәм республика күләмендә үткәрелгән йәмәғәт, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа башҡаларға өлгө булған Камила Сәйфетдинованы, Гүзәл Шаһивәлиеваны, Рәйсә Йәнбирҙинаны советтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Спорт йәһәтенән дә бер ваҡытта ла ал бирмәүҙәрен билдәләп, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов ГТО нормаларын тапшырған ауылдаштарына танытма һәм ГТО билдәләрен тапшырҙы.
— Былтыр ошо бәләкәй генә ауылдан ГТО-ның нормативтарын тапшырыуға 284 кеше теркәү үтте. Был тотош республикала иң яҡшы күрһәткес булды. ГТО тапшырыусылар араһында уҡыусыларҙың күплеге ҡыуаныслы, был билдәнең ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балл биреүен дә онотмағыҙ. Артабан да спорт менән дуҫ булып ҡалығыҙ, — тигән теләктәрен дә еткерҙе ул.
— Оҫта ҡуллы уңған ир-егеттәре, тырыш ҡатын-ҡыҙҙары, өлгөлө ғаиләләре менән дан тотҡан Ишкилде ауылы халҡы бәйгелә һынатмаҫ, — тигән ышанысын еткерҙе район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Гөлдәр Рәхимова.
Артабан йыйында ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы тиерлек сығыш яһап, ауыл халҡының йәшәйешенә ҡағылған мәсьәләләрҙе, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе, уны хәл итеү юлдарын да тәҡдим итте һәм, әлбиттә, төп һөйләшеү «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ниндәй сараларҙы үткәреү хаҡында барҙы, был юҫыҡта һәр кем үҙенең фекерҙәрен-теләктәрен еткерҙе. Ошо әйтелгәндәр нигеҙендә эш планы билдәләнде. Район хакимиәте белгесе Гөлсиә Шаһивәлиева менән Ласын Марат улы бәйге сиктәрендә ойошторолған бөтә сараларҙа мөмкин тиклем ауылдаштарына ярҙам итергә вәғәҙәләне.
— Әлбиттә, ауыл халҡының берҙәмлегенән, тырышлығынан күп нәмә тора. Бушҡа ғына «көрәктәр — дәртле йөрәктәр» тимәгәндәр бит. Ишкилделәрҙең бәйгегә ихлас ҡушылып, еңеүҙәрен теләп ҡалабыҙ, — тине Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов һөйләшеүҙе йомғаҡлап.
Яҡын арала «Айыҡ ауыл» республика фестивале сиктәрендә көрәш, гер спорты ярыштарын үткәреү күҙаллана, шулай уҡ саңғы уҙышында иң етеҙҙәр менән уҡтан атыуҙа иң мәргәндәр асыҡланасаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар райондаштарҙы быйма менән хоккей уйнарға йыясаҡ, ир-егеттәр ҡарҙа футбол уйнаясаҡ, шахмат турниры уҙғарыласаҡ.

Көрәктәр — дәртле йөрәктәр!
Көрәктәр — дәртле йөрәктәр!
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас