

Был турала, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, әсәлек капиталын алыуға 2007 йылдан, йәғни программа ғәмәлгә индерелгән йылдан башлап тыуған балаларҙың ата-әсәләре дәғүә итә ала. «Хәтерегеҙгә төшөрәйек - үҙ ваҡытында Ҡырым һәм Севастополь өсөн шундай ҡарар ҡабул иттек», - тип белдерҙе Путин.
Белеүегеҙсә, 2023 йылда әсәлек капиталы 12,4 процентҡа индексациялана, түләүҙәр беренсе балаға - 589,6 мең һумға тиклем һәм икенсеһенә 779 мең һумға тиклем арттырыла.